Россельхозбанк идараһы рәйесе урынбаҫары Денис Константинов Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән миҙгелле эштәр барышын тикшерҙе. Осрашыу Денис Константиновтың Башҡортостанда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумында ҡатнашыуы сиктәрендә ойошторолдо. Унда банктың топ-менеджеры Своё һанлы экосистемаһы мөмкинлектәрен күрһәтте. Башҡортостанда 2023 йылғы уңыш өсөн дөйөм сәсеү майҙаны 2 миллион 900 мең гектар самаһы тәшкил итте. Ғәҙәттәгесә, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәре 60 проценттан ашыу тәшкил иткән. Бер йыллыҡ мал аҙығы үләндәрен һәм шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандары ярайһы ныҡ арттырылған. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика аграрийҙары сәсеү кампанияһын уңышлы үткәрҙе. – Башҡортостан 2022 йылда хәҙерге Рәсәйҙең бөтә тарихында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәте менән ҡыйыу ғорурлана ала. Быйыл тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләүегеҙҙе теләйем. Банк яғынан