Найти тему
Башҡортостан гәзите

Форумға Зөләйха менән Аяз да килгән

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х Форумы барлыҡ халыҡтарҙың дуҫлыҡ байрамына әйләнде тип һис икеләнмәйсә әйтә алабыҙ. Бында бөтәһе лә бер-береһенә иғтибарлы, хөрмәт менән ҡарай, ә инде ойоштороусылар тыуҙырған шарттар дуҫлыҡ мөхитен көсәйтә. Форумда Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы күргәҙмәләрҙе ҡарап йөрөгәндә милли кейемдә булған, ике баланы ла ҡурсаҡтай итеп кейендергән һәм ҡояштай йылмайып ҡаршыға килгән йәш әсәгә иғтибар иттем. Был мөләйем ҡатын – Зөлфирә Азамат ҡыҙы Кәримова булып сыҡты. "Ҡалай матур итеп, үҙебеҙсә кейенеп килгәнһегеҙ!" – тип уға һоҡланыуымды белдерҙем. "Милли кейемдәр парадына килгәйнек, өлгөрмәнек. Әле күргәҙмә менән танышып йөрөйбөҙ. Ошондай сараларҙа һәр саҡ ҡатнашып ҡалырға тырышабыҙ", – тине ул. Тимәк, Милли кейемдәр парады халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡатын сығышы менән Әбйәлил районының Байым ауылынан. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған, әле баш ҡаланың 7-се музыка мәктәбендә фольклор дәрестәренән уҡыта. Тормош иптәше Рәфил Рәжәп улы сығышы менән Хәйбулла районынан, төҙөлөш тармағында эшләй. Улар балаларын сабый саҡтан уҡ милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Форумға үҙе лә, балалары - Зөләйха менән Аязды милли кейемдә алып килеүе ошо хаҡта һөйләй. Тыуған ергә, телгә һөйөү бишектән башлана шул. Автор фотоһы.