Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписын асыу тантанаһында ҡатнашты. Биналарҙың заманса комплексы дауалап булмаҫлыҡ сир менән яфаланған өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн эшҡыуарҙарҙың һәм айырым кешеләрҙең иғәнәләренә төҙөлгән. Был Рәсәйҙә ошондай махсуслашыу өсөн проектланған берҙән-бер учреждение. Күп компаниялар проектға үҙҙәренең хеҙмәте һәм продукцияһы менән хярҙам итте. Улар иҫәбендә «Газпром төбәк-ара газ Өфө», «Башинформсвязь», «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы», «ИСК», «Астро-лифт», «Уфагорсвет», «Горзеленхоз». «Башҡортостан сода компанияһы» хоспис төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән. Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандары өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров яңы объекттың бинал