Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының аллеяһында өр-яңы ике "йондоҙ" янды. Дөрөҫөрәге, педуниверситеттың "Дауылғош" спорт-һауыҡтырыу комплексының "Олимпиясыларҙың йондоҙло аллеяһы"нда паралимпия чемпиондары Аделина Разетдинова һәм Анна Крившинаға арнап иҫтәлекле плитәләр асыу тантанаһы булды һәм олимпия чемпионы, Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы комитеты ағзаһы Александр Карелин менән осрашыу ойошторолдо. Әйткәндәй, улар икеһе лә – Аделина Разетдинова ла, Анна Крившина ла ошо вузды тамамлаған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, университет өсөн иң ҡәҙерлеләр – студенттар һәм педагогтар. Еңеүҙәр алда буласаҡ, киләсәктә Рәсәй халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашасаҡ, Александр Карелин кеүек бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәүселәр артасаҡ. Фото: Яндекс Карты
Аделина Разетдинова һәм Анна Крившина – ғорурлығыбыҙ!
28 июня 202328 июн 2023
~1 мин