Ҡалтасы районының “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе ирекмәндәре һәм йәш гвардиясылары “Таҙа яр” экологик акцияла ҡатнашып, Ҡалтасы ауылының Яр буйы урамындағы быуа ярын таҙартҡан. Сарала ҡатанашыусылар бер сәғәт эсендә бөтә яр буйы биләмәһендә 12 тоҡ сүп-сар йыйған. Уларҙың хеҙмәте арҡаһында быуаның яры ял итеүселәр ҡалдырған быяла, пластик, пакеттар һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартылған. – Беҙ ауылды яратабыҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ һәм уның һәр ваҡыт таҙа, мауыҡтырғыс булыуын теләйбеҙ. Балаларға уларҙың хеҙмәте өсөн рәхмәт, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарыусы секретары Наталья Иҡсанова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Таҙа яр” экологик акцияһы һыу ятҡылыҡтары һәм йылғалар буйында санитар тәртип урынлаштырыу, һаҡлау, йәмәғәттә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтте үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Фото: bashkortostan.er.ru