Рәсәйҙең һәм Беларусь мәҙәниәт министрҙары XX быуат рәссамдары күргәҙмәһендә булды Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей, унынсы форумы уңайынан “Башҡортостан – дуҫтар күҙлегенән” халыҡ-ара арт-пленэрына йомғаҡ яһайҙар. Бер нисә аҙна дауамында ике республиканың билдәле рәссамдары Ғафури, Ишембай, Белорет, Күгәрсен, Мәләүез, Благовещен һәм Нуриман райондарында эшләне, ә мольберттар менән сәйәхәттең һуңғы пункты Өфө булды. Ижади делегация шулай уҡ Нөгөш, Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстарында, Мораҙым тарлауығында, “Святые кустики” монастырында, Торатауҙа, “Алһыу ҡаялар”, “Ҡыҙыл ҡаялар”, Ташаҫты һәм Асы ауылдарында, Красный ключ шишмәһендә һәм башҡа бик күп матур, тарихи һәм иҫтәлекле урындарҙа булды. Сәфәр барышында улар үҙенсәлекле башҡорт тәбиғәтенең рухын һәм колоритын төшөрҙө. Пленэр сиктәрендә 27 авгусҡа тиклем Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында Рәсәй һәм Беларусь рәссамдары ХХ быуаттың икенсе яртыһында ижад иткән һынлы сәнғәт, графика, халыҡ һәм профессиональ би