Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X халыҡ-ара форумы сиктәрендә Өфөлә ойоштороған “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр фестивале аҙағына яҡынлашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс көн дауамында, 26-28 июндә, Зәки Вәлиди урамының бер өлөшө Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең милли ихаталары өсөн майҙансыҡҡа әүерелгәйне. Үҙ мәҙәниәтен, халыҡ кәсептәрен, көнкүреш колоритын илдәребеҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре тәҡдим итте. Һуңғы көндә “Дуҫлыҡ урамы”нда айырыуса йылы ине. Һәм был эҫе һауа торошо арҡаһында ғына түгел. Туғандашлыҡ һәм дуҫлыҡ мөхите бында булған һәр кемгә яҡшы тәьҫир итте. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары артистар менән бергә йырланы, селфи эшләне, конкурстарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. “XXI быуат Славяндары” байрам концерты “Дуҫлыҡ урамы”ның төп ваҡиғаһы булды. Унда Башҡортостандың, Яҡут Республикаһының, Иркутск өлкәһенең, Беларусь төбәктәренең фольклор коллективтары, шулай уҡ Мәскәү казак хоры ҡатнашты. – Бөгөн беҙ бик яуаплы сығыш яһайбыҙ, һәм был фестивалдә ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, – ти Октябрьскийҙан “Йомарт кис” ансамбле солисы Владислава Хамченкова. – Иртәнән аяҡта, ихлас күңелдән төрлө майҙансыҡтарҙа булдыҡ, кугиклаларҙа һәм балалайкала уйнарға өйрәндек. Фестивалдең хедлайнеры – Uzoritsa билдәле Өфө төркөмө. Коллективта ҡатнашыусы Владимир Аношкина тәьҫораттары менән уртаҡлашты: – Һуңғы аҙналар беҙҙә бик тығыҙ. Ошо арала беҙ Силәбелә Рәсәй көнөндә сығыш яһаныҡ, унан һуң Екатеринбургтағы Ural Music Night сараһында ҡатнаштыҡ – был Рәсәйҙең төп йәйге музыкаль нөктәләренең береһе. Һәм бына беҙ тыуған Өфөбеҙҙә. Дөйөм фонда Башҡортостандың баш ҡалаһы бик лайыҡлы күренә – “Дуҫлыҡ урамы”ның бөтә төрлөлөгө – кәсептәр, халыҡ мәҙәниәте – бик ҡыҙыҡлы. Музыка мәҙәниәте фольклор күҙлегенән генә тәҡдим ителгән, ә беҙ йәштәр сығыштарын индерәбеҙ – электроника менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Әңгәмәбеҙгә Uzoritsa төркөмө етәксеһе Полина Кобец та ҡушылды. – Мин барыһын да ҡотлайым! – ти йырсы. – Беҙ күптән Өфөлә сығыш яһаманыҡ, был беҙҙең оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге концертыбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең тамашасыларыбыҙ өсөн сығыш яһарға шатбыҙ! Улар ярты сәғәт буйы сығыш яһаны. Был һәр кемде дәртләндереү өсөн етте. Ә иртәгәнән Зәки Вәлиди урамы киренән ябай урамға әйләнәсәк һәм уның буйлап машиналар һәм автобустар йөрөйәсәк. Тик әлеге дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ хистәре унда булған һәр кемдә оҙаҡҡа һаҡланасаҡ.