Найти тему
Башҡортостан гәзите

Планетабыҙ - ысын мөғжизә!

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә Саҡмағош районының Үрнәк ауыл китапханаһында Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арнап “Был мөғжизә – планета” экологик панорамаһы үтте. Китапханасы балалар менән тәбиғәт һәм тирә-яҡ мөхит тураһында әңгәмә ҡорҙо. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәте, тыуған ауылы, тәбиғәт байлыҡтары, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы, уларҙы яҡлау тураһында ентекләп һөйләштеләр. Сарала ҡатнашыусылар китапханасының экология, ни өсөн тәбиғәтте һәм уның ресурстарын һаҡлау кәрәклеге һәм кешенең тирә-яҡ мөхиткә ниндәй йоғонто яһауы хаҡында һөйләүен тыңланы, Ер планетаһын – беҙҙең дөйөм йортто нисек һаҡлап ҡалырға, ниндәй экологик проблемалар кешеләргә һәм тәбиғәткә янауы хаҡында фекер алышты. Шиғырҙар, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр ярҙамында балалар тәбиғәт менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәклеген, ниндәй хайуандар һәм ҡоштар беҙҙе уратып алғанын иҫкә төшөрҙө. “Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө – йыл һайын 5 июндә билдәләнгән экологик байрам. Тирә-яҡ мөхит көнө осраҡлы ғына бөтә донъя көнө тип аталмай. Уны, ысынлап та, экологияны һаҡлау кәрәклеген күптән төшөнгән бөтә илдәрҙә билдәләйҙәр. Бөтә донъя менән берләшеп кенә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшендә уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Бөгөн балалар тирә-яҡ донъя тураһында бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы әйберҙәр белде”, – тип һөйләй китапханасы Зөлфиә Низамова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.