Өфө ҡалаһының Нижегородка микрорайонындағы Рига урамын“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты(национальный проект "Безопасные качественные дороги") буйынса ремонтлау башланды, тип хәбәр итә ҡала округы хакимиәте. Яңыртылған объекттың оҙонлоғо 640 метр тәшкил итә. Әле белгестәр асфальт - бетон япманың өҫкө ҡатламын һалыуға тотонған. Шулай уҡ тротуар төҙөкләндереләсәк, юл ситтәре нығытыласаҡ. Аҙаҡ термопласттан юл разметкаһы ла эшләнәсәк. Эштәрҙе тулыһынса быйыл 16 октябргә тиклем теүәлләү планлаштырыла. -Бөгөнгө көндә Рига урамын ремонтлау эшенә 15 берәмек үҙ йөрөшлө машина, өс юлды катоклаусы, асфальт һалыусы, автогудронатор, ҡатнаш юл машинаһы, тротуарға асфальт һалыусы, экскаватор һәм башҡа техника йәлеп ителгән, -ти участка начальнигы Иршат Хәйруллин. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар “ милли проекты илдең юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә маҡсатланған. Милли проекттың төп маҡсаты – юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендәге үлем осраҡтарын кәметеү. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: Башинформ.