Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һигеҙ тапҡырға арттырҙы

Быйыл биш айҙа Башҡортостандан 2,2 меңдән ашыу вагон иген экспортҡа ебәрелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һигеҙ тапҡырға күберәк. Төбәктә экспортты үҫтереү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың ауыл хужалығы министрлығында. Мәҫәлән, быйыл май айында ғына тимер юлды файҙаланып, 53,7 мең тонна күләмендә иген 765 вагонға тейәп оҙатылған. Төркиәгә, Сәғүд Ғәрәбстанына, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Беларусь Республикаһына бөтәһе 159,3 мең тонна иген һатылған. Экспортҡа бойҙай, етен орлоҡтары, иген ҡуры, арпа һәм борсаҡ игене оҙатылған. – Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында иген культуралары әлегә яҡынса 6,5% биләй. Элеккесә май продукцияһы өҫтөнлөк итә, икенсе урында — аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауары, – тип белдерҙеләр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды. Автор фотоһы.