Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Межгорье тағы ла күркәмләнә

Межгорье ҡалаһының Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә Үҙәк майҙанды төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса былтырғы Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә еңеүсе булды. Әле подрядсы тротуар плиткаһы һалыу өсөн асфальт-бетон япмаһын һүтә. Плитаның бер өлөшө килтерелгән дә. "Эш бик күп, быйыл үткәрелергә тейеш бөтә сараларҙы ошо майҙандан икенсеһенә күсерҙеләр, ләкин халыҡ, шул иҫәптән мин дә аңлап ҡабул итәбеҙ – алда биҫтәбеҙҙең бөтә үҙәген үҙгәртеү буйынса ҙур проектты тормошҡа ашырыу тора, күптән ошо хаҡта хыялландыҡ", - тип билдәләне ошо ҡалала йәшәгән Евгений Савинов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк майҙаны – Межгорьеның Көньяҡ-Көнбайыш өлөшөн төҙөкләндереүҙең беренсе этабы. 2024 йылда “Геройҙар аллеяһы”н төҙөкләндереү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла башлай, сөнки быйыл тап ошо объект тауыш биреүҙә еңеүсе булды. Был биләмә Үҙәк майҙанға килеп ҡушыла, артабан унда йәйәүлеләр зонаһы төҙөләсәк, йәшелләндереү үткәреләсәк, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.