Башҡортостандың баш ҡалаһында, 27 июндә, X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Союз дәүләтенең аграр сәйәсәте темаһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында уртаҡ хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәрен һәм перспективаларын тикшерҙеләр. Сара Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙҙы, унда тематик секция ойошторолдо ла инде. Ултырыштың модераторы булып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы комитеты рәйесе Александр Двойных сығыш яһаны, Белоруссия яғын Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советының төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидара буйынса даими комиссияһы рәйесе Михаил Русый тәҡдим итте. Үҙ сығыштарын ике илдең агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә статс-секретарь – Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Иван Лебедев һәм Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Игорь Брыло арнаны. Башҡортостан һәм Беларусь агросәнәғәт комплексы предприятиеларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Пр
Ауыл хужалығы тармағанда беҙҙең илдәрҙең өҫтөнлөгө ҙур
28 июня 202328 июн 2023
2 мин