Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәҙер беҙҙә лә буласаҡ!

Һирәк һәм йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙарҙы хәҙер Рәсәйҙә сығаралар. Калининградта И. Кант исемендәге Балтика университетында производство лабораторияһы асылды. Рәсәй Хөкүмәте һәм “Приоритет-2030” программаһы ярҙамында БФУ 1 миллиард һум самаһы аҡса алды. Яҡын арала уҡ Рәсәй ғалимдары арҡа мускул атрофияһын дауалау өсөн (СМА) Spinraza препараты аналогын әҙерләүгә тотонасаҡ. Рәсәйҙә был дарыуға 1200-ҙән ашыу кеше мохтаж, уларҙың 21-е Башҡортостанда йәшәй. Был сир менән ауырыған пациенттарға ярҙам итеү буйынса “Круг добра” фонды ҙур эш алып бара. Был маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың бойороғо буйынса 2022 йылда 70 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. – Калининград ғалимдары әҙерләгән дарыуҙар кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне РФ вице-премьеры Дмитрий Чернышенко. “Биофарма” Инжиниринг үҙәге ошо программа сиктәрендә юғары уҡыу йортоноң бишенсе лабораторияһы булды. Һирәк осрай торған сирҙәрҙе дауалау өсөн дарыуҙар эшләүҙән тыш, бында косметика тармағы өсөн уникаль һәм импортты алмаштырыусы ингредиенттар етештереләсәк.