Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәктәр ниндәй тармаҡта хеҙмәттәшлек итә ала?

Әүҙем үҫешкән төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлек Союз дәүләтен нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Был хаҡта Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Халыҡ-ара форумында уҙған бер нисә сессияла һүҙ барҙы. Үҙ-ара эш итеү өсөн тармаҡтар етерлек күп. Мәҫәлән, фән, мәғариф, туризм, халыҡтарҙың этник, мәҙәни һәм тел үҙенсәлеген үҫтереү. Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Илселеге мәғлүмәттәре буйынса, төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә Беларусь өлкәләре, Минск ҡалаһы һәм РФ субъекттары, шулай уҡ Белоруссия райондары, ҡалалар һәм Рәсәй муниципаль берәмектәре араһында 450-гә яҡын документ төҙөлгән дә инде. Шул иҫәптән берҙәм иҡтисади киңлек булдырыу һәм ҡатнашыусы илдәрҙең матди һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереү өсөн эшләгәндәр ҙә. Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы идара итеү һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты рәйесе Андрей Шевченко, Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең берлектәге проекттары үҫешә башланы, тип билдәләне. – Белоруссия партнерҙары менән сауҙа өлкәһендә бер нисә лидер төбәкте айырып күрһәтергә мөмкин. Улар – Башҡортостан, Татарстан, Краснодар крайы, Брянск, Вологда, Калининград, Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм башҡа өлкәләр, Мәскәү һәм Санкт-Петербург. Тауар әйләнеше арта, ыңғай динамика күҙәтелә, – тине Андрей Анатольевич. – Берлектәге инвестиция проекттарын әүҙемләштереү, сәнәғәт хабтары булдырыу, машиналар эшләүҙе үҫтереү мөһим. Атап әйткәндә, Башҡортостан троллейбустар һәм трамвайҙар етештереү буйынса берлектәге предприятиелар төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, 2021 йылда Беларусь Президенты Александр Лукашенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тауар әйләнешен бер миллиард долларға тиклем арттырыу тураһында килеште тип хәтергә төшөрҙө. – Был йүнәлештә барабыҙ һәм ошо көндәрҙә беҙҙең күргәҙмәгә килгән предприятиелар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйырбыҙ, унда 138 берәмектән ашыу техника тәҡдим ителә, – тине Маргарита Дмитриевна. – Был – бөгөн беҙҙең баҫыуҙарҙа һәм ихаталарҙа эшләгән техника. Туризм йәһәтенән дә күрһәтерлек нәмәләребеҙ бар, белорус туроператорҙары Башҡортостандың уникаль урындарына барҙы ла инде. Беҙ авиарейстар һанын арттырырға әҙербеҙ һәм яҡын арала сәфәрҙәр күберәк булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан Беларусь Республикаһына экспорт структураһына башлыса нефть һәм нефть продукттары, органик булмаған химия продукттары, баҡыр, алюмин, ҡара металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, ер өҫтө транспорты саралары (кузовтарҙың бер өлөшө һәм кәрәк-ярағы, радиаторҙар), һөт продукцияһы, ҡорамалдар һәм механик ҡоролмалар, мал өсөн аҙыҡ-түлек, органик булмаған химия продукттары, таштан изделиелар, электротехник продукция, органик химик берләшмәләр инә. Рәсәй төбәктәренә Белоруссиянан импорт нигеҙенә, ҡағиҙә булараҡ, игендән, ондан, крахмалдан, һөттән, машиналар эшләү комплексы продукцияһынан әҙер продукттар, мебель, текстиль изделиелары, аяҡ кейеме инә. Һис шикһеҙ, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре, райондары һәм ҡалалары араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙа мәҙәни хеҙмәттәшлек ҙур роль уйнай. Беларусь Республикаһында Рәсәй мәҙәниәте көндәрен уҙғарыуҙы, күргәҙмә-йәрминкә, концерттар ойоштороуҙы был өлкәләге уңышлы проекттарҙың береһе тип атарға мөмкин. Бынан тыш, форум даирәләрендә төбәктәр туризм өлкәһен дә тикшерҙе. Был темаға ҡаралған секциялағы мәсьәләләр көнүҙәк һәм кәрәкле булып тора. Сарала ҡатнашыусылар яңы геосәйәси ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, туризм өлкәһендә Рәсәй-белорус хеҙмәттәшлегенең яңы йүнәлештәрен әҙерләү кәрәклеген билдәләне. Был Рәсәй һәм Белоруссия туристик компанияларының Рәсәй, Беларусь баҙарҙарында ғына түгел, өсөнсө илдәрҙә лә хеҙмәттәшлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Атап әйткәндә, яҡтар хәрби-патриотик тематика буйынса туристик маршруттар әҙерләү һәм яңыртыу практикаһын дауам итеү тураһында һөйләшеп килеште. Бынан тыш, Беларусь Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында яңы авиарейстар асыу мәсьәләһе тикшерелде. – Башҡортостан – тормоштарын һәр яҡлап яратҡан кешеләр өсөн. Башҡортостан – йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә, төрлө йәштәге һәм социаль хәлдәге кешеләр өсөн. Беҙгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән киләләр. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанға туристар ағымы 2,1 миллион сәфәрҙән ашҡан. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урында торабыҙ. 2023 йылдың беренсе кварталында уҡ туристар ағымының уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 28,6 процентҡа артыуын күҙәтәбеҙ, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Бынан тыш, ул өлкән быуын өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты хаҡында ла һөйләне. – Проект сиктәрендә Башҡортостандың һәр пенсионеры йылына бер тапҡыр республика буйлап бушлай туристик сәфәргә сыға ала. Ағымдағы йылда 20 мең кешене солғап алырға планлаштырабыҙ. Бик популяр программа ҡатнашыусыларҙың ыңғай баһаһын ғына ала. Өҫтәп үтәйек, ағымдағы йылдың апреленән Беларусь менән берлектәге ”Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлеге” проекты ла старт алды. – Беҙҙең “көмөш” туристар Беларусь буйлап ҙур теләк менән сәйәхәт итә, – тип билдәләне Афзалов. 2023 йылда проектта 1333 кеше ҡатнашасаҡ.