Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Беҙгә туғандаш илдәр менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу мөһим"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Советы ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһының һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советының етәксе органдарының берлектәге ултырышы үтте. Рәсәй Федерацияһы Федераль Советы ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһы рәйесе, Ульяновск Ҡала Думаһы депутаты Денис Седов һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советы рәйесе Никита Рачиловский ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны. Улар Башҡортостан етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре һәм осрашып, берлектәге эшмәкәрлекте тикшереү мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙгә туғандаш илдәр менән яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре булдырыу мөһим, – тине Денис Седов. Осрашыуҙың лейтмотивы булып Рәсәй һәм Беларусь халыҡтарының берҙәмлеге темаһы торҙо. Рәсәйҙәр һәм беларустар рухтары буйынса яҡын, уларҙың бурыстары оҡшаш. Мәҫәлән, рухи һәм илһ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Советы ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһының һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советының етәксе органдарының берлектәге ултырышы үтте. Рәсәй Федерацияһы Федераль Советы ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһы рәйесе, Ульяновск Ҡала Думаһы депутаты Денис Седов һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советы рәйесе Никита Рачиловский ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны. Улар Башҡортостан етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре һәм осрашып, берлектәге эшмәкәрлекте тикшереү мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙгә туғандаш илдәр менән яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре булдырыу мөһим, – тине Денис Седов. Осрашыуҙың лейтмотивы булып Рәсәй һәм Беларусь халыҡтарының берҙәмлеге темаһы торҙо. Рәсәйҙәр һәм беларустар рухтары буйынса яҡын, уларҙың бурыстары оҡшаш. Мәҫәлән, рухи һәм илһөйәрлек тәрбиә, емергес ялған мәғлүмәттәрҙән һаҡлау мәсьәләләрендә. Мәҫәлән, Беларусь Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советының Мәғлүмәт сәйәсәте, технологиялар һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Илона Илларионова союз медиахолдингын булдырыу пландары тураһында һөйләне. – Беҙҙең көсөбөҙ хәҡиҡәттә. Уны йәш аҡылдарға еткерергә, фейктарға ҡаршы торорға кәрәк, – тине Илларионова. Спикер фекеренсә, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге концепцияһының компоненттары булып сифатлы контрпропаганда контенты, кешеләр менән яҡындан эшләү һәм хоҡуҡи көйләү булырға тейеш. – Беҙҙең уртаҡ ҡиммәттәребеҙ бар, әммә интернет киңлеге лә уртаҡ. Йәштәрҙең геройҙарға һорауы бар, һәм уларға геройҙарҙың барлығын күрһәтергә кәрәк. Ыңғай геройҙар фәндә, ғаиләлә, – тип белдерҙе Федераль Совет ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһының Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе, Псков өлкәһе Депутаттар йыйылышы депутаты Андрей Маковский. Шулай уҡ ултырышта йәштәр туризмы, сәләмәт йәшәү рәүеше, мәҙәниәт мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыу аҙағында Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ҡарамағындағы Йәштәр закон сығарыусылар палатаһы араһында 2021 йылдағы Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге саралар планына ҡул ҡуйылды. Документҡа Денис Седов һәм Никита Рачиловский ҡул ҡуйҙы. Автор фотолары.