Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Амкодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – холдингтың идара итеүсе компанияһы Башҡортостан Республикаһының һәм Беларусь Республикаһының фәнни-техник һәм сәнәғәт потенциалы нигеҙендә ике яҡ өсөн дә файҙалы булған нигеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыу Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова ҡатнашлығында үтте. Килешеү төҙөү Башҡортостан Республикаһы менән Беларусь Республикаһы араһында сәнәғәт өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк. – Башҡортостан өсөн “Амкодор” холдингы мөһим партнер булып тора, беҙҙең хеҙмәттәшлек бер нисә проект буйынса алып барыла. Шул рәүешле “Өфө” индустриаль паркында игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар етештереү буйынса завод төҙөлөшө тамамланды. Завод базаһында ғилми-техник үҙәк ойоштороласаҡ, ул республикабыҙға яңы к