Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был килешеү - халыҡ өсөн бик файҙалы

28 июндә Өфөлә юбилейлы Төбәктәр форумы сиктәрендә Белоруссия һәм Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. – Әлеге ваҡытта Башпотребсоюздың ҡеүәтле етештереү базаһы бар, ул үҙе етештергән тауарҙарҙы әҙерләү һәм һатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостанда кооперацияны үҫтереүҙең төп бурысы – ауыл хужалығы, емеш-еләк эшкәртеү кимәлен сифат яғынан яңы кимәлгә күтәреү һәм Башҡортостан Республикаһы эсендә, шулай уҡ унан ситтә тауар әйләнешендә лайыҡлы урын алыу. Белоруссиялағы хеҙмәттәштәрһең был йүнәлештә яҡшы тәжрибәһе бар. Ике союзды берләштереү ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанам, - тип билдәләне сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Килешеүҙең темаһы – перспективалы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади потенциалын нығытыу маҡсатында яҡтар араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу. Был килешеү халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, уның тауар һәм хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм эшкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында яҡтарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы потенциалын үҫтереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән. Әлеге килешеүгә ярашлы яҡтар үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә республикала X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы уҙа. Беларусь Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының парламент-ара, сауҙа-иҡтисади, фәнни-мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереү был форумдың төп маҡсаттары булып тора. Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.