Башҡортостандың 52 районындағы ауыл хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә төшкән: мал аҙығы үләндәрен бесәнгә һәм сенажға сабалар. 26 июнгә төбәктә бөтәһе 111 мең гектар майҙанда үлән сабылған. 29 мең тонна бесән һәм 255 мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән. Саҡмағош хужалыҡтары алға сыҡҡан, улар 26 июнгә ҡарата 6,6 мең гектар үлән йыйып алған һәм 23,6 мең тонна сенаж әҙерләгән. Ауырғазы районында ла шундай уҡ күләмдә тиерлек сенаж һалынған – 23,5 мең тонна. Артабан Стәрлетамаҡ районы килә – 20 мең тонна. Бесән әҙерләү буйынса Ейәнсура (3,5 мең тонна) һәм Көйөргәҙе (2,1 мең тонна)райондары алдынғылар иҫәбендә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре алдында шартлы мал башына кәмендә 28-30 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы тора. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.