– Беҙ республикала ишле ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән тағы бер сараның барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ, тик мин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем, был тап демографик сара, ә социаль яҡлау сараһы түгел, сөнки компенсация түләгәндә ғаиләнең килеме иҫәпкә алынмай, – тине яңы ҡанунға ҡарата аңлатмаһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Балаларына нисек тә булһа белем бирергә тырышҡан ата-әсәләр өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ (ни тиклем балалар күберәк булһа, ғаилә бюджетына көсөргөнеш тә шунса арта). Һүҙ бында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты тураһында бара – Башҡортостанда балаларын колледждарҙа түләп уҡытҡан күп балалы ғаиләләргә түләүҙең 50 процентын компенсациялаясаҡтар. Был закон барлыҡ ишле ғаиләләргә ҡағыла, уларҙың килем күләме иҫәпкә алынмай. Төп шарт – бер уҡыу йылында компенсация күләме 30 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Был законға 2023 йылда урта профессиональ белем биреү учреждениеларына уҡырға инг