Бөгөн кис Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы даирәләрендә Business FM радиостанцияһына интервью ваҡытында илебеҙҙә күптән түгел булып үткән ваҡиғалар темаһын күтәрҙек. Белоруссия менән берлектә был хәлдән сығыу беҙҙең өсөн ҙур һабаҡ булды һәм туғандаш Республика менән беҙ һәр ваҡыт иңгә-иң терәп барыуыбыҙҙы раҫланы. Ул көндө Президент Владимир Путин Рәсәйҙең граждандарына мөрәжәғәт итте һәм теләһә ниндәй эске болғаҡты үлемесле хәүеф һәм үҙ халҡынан баш тартыу менән тиң тине. Йәмғиәтебеҙҙе бергә тупланыуы һәм юғары баш командующий тирәләй берләшеүе мөмкин булған ҡан ҡойошто туҡтатты. Иғтибар итегеҙ, мөмкин булған тим. Президенттың үҙ ҡарарҙарында ни тиклем аҡыллы булыуын, икеләнеүһеҙ һәм ҡаты эш итеүендә тағы бер тапҡыр инандыҡ. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙа тағы ла бер тапҡыр эске низағҡа юл ҡуя алмайбыҙ. Илебеҙ һәм Беларусь президенттары ла сәйәси ихтыяр берҙәмлеген күрһәтте. Барыһы ла хәл ителгәс, беҙ быларҙы тағы бер тапҡыр аңланыҡ – беҙ бергәләп теләһә ниндәй дошманды еңеп сығабыҙ, эске ресурстар йәлеп итәбеҙ һәм ныҡлы торасаҡбыҙ. Интервьюны иртәгә иртән 107.5 радиостанцияһында тыңларға мөмкин”, – тип яҙҙы ул. Фото: peoples.ru