Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Агродрандар - ул киләсәк

27 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв пилотһыҙ авиация кластеры майҙансығында булды һәм унда сығарырға күҙалланған осоу аппараттары өлгөләре менән танышты. Белоруссия менән Ҡытай араһында берлектәге “Авиация технологиялары һәм комплекстары” предприятиеһының генераль директоры Юрий Леоновец А60-Х агродроны мөһим проекты тураһында һөйләне. Был инновация комплексын 2020 йылда нулдән тиерлек эшкәртә башланылар. – Башҡортостанда “Геоскан-Өфө” компанияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Технологиялар, етештереү ҡорамалдары сиктәрендә етештереү кооперацияһын үҫтереүгә, һынау үҙәген булдырыуға һәм белгестәрҙе уҡытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, - тип билдәләне Юрий Леоновец. - Беҙ бында дрондар йыйыу линияһын сафҡа индерҙек. Киләһе аҙнала Башҡортостан белгестәренең бер өлөшө производство процестарына һәм пилотлаштырыуға уҡытыу өсөн Беларусҡа юлланасаҡ. А60-Х авиация комплексы тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм ультраваҡлап алыу технологияһы буйынса үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын индереү өсөн тәғәйенләнгән. Был хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм ауыл хужалығы культураларын агрохимик һаҡлау сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. – Беҙ был башланғысты яңы тормошҡа ашыра башланыҡ. Беҙҙең Күмертауҙа сығарылған БАС-200 пилотһыҙ осоу аппараты бар. Беҙҙең бурыс – Өфөлә берҙәм компетенциялар үҙәген булдырыу, - тине Радий Хәбиров. - Киләсәк – пилотһыҙ авиация артында. Сәсеү майҙандарын минераль һәм органик ашламалар менән эшкәртеү өсөн Башҡортостанда 1,5 мең самаһы дрон ҡулланырға кәрәк. Ә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бындай аппараттар хаҡының 50 процентын субсидиялау программаһын әҙерләгән. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.