Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Бергә бар һынауҙарҙы үтәсәкбеҙ"

27 июндә Өфөлә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Совет рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Евразия йөрәгендә Славян баҙары” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә булды. Ул X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Ватан” этнопаркында уҙа. Байрам сараһын Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм Рәсәй, Беларусь халыҡтарының әйлән-бәйләне асты. Әйткәндәй, ул донъялағы милли кейемдәге иң ҙур әйлән-бәйлән булды. Рекордты Рәсәй Рекордтар китабына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире Станислав Коненко теркәне. Башҡортостан Башлығы фестивалдә һәм Рәсәй, Беларусь төбәктәре форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. – Рәсәй һәм Беларусь мөнәсәбәттәренең тарихы – оҙайлы. Халыҡтарыбыҙҙың мәҙәниәте һәм холоҡтары оҡшаш. Әлеге ҡатмарлы ваҡытта ла һәр төрлө һынауҙарҙы бергә уңышлы үтәсәгебеҙҙе яҡшы беләм, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем. Беҙҙең барыһы ла һәр саҡ килеп сығасаҡ. Алға, Рәсәй! Алға, Беларусь! Фестиваль сәхнәһендә ике илдең алдынғы ижади коллективтары – Беларусь Республикаһының Милли академия халыҡ хоры, Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Мәскәү казак хоры, Луганск филармонияһының “Раздолье” йыр һәм бейеү ансамбле, Адыгеяның “Нальмэс” дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Кисәнең хедлайнерҙары - билдәле Белоруссияның “Песняры” ансамбле һәм йырсы Таисия Повалий. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.