Бөгөн, 27 июндә, Өфөнөң Совет майҙанында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы Советы рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала шулай уҡ Союз дәүләтенең Дәүләт секретары Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, абруйлы ҡунаҡтар һәм 200 X класс уҡыусыһы ҡатнашты. Улар - рәсәй-белорус “Хәтер поезы” хәрби-патриотик проект ҡатнашыусылары. Валентина Матвиенко менән Наталья Кочанова был һәйкәлде эшләү тарихы тураһында һөйләнеләр. Бронзанан эшләнгән бөтә деталдәрҙе ҡойоуға 40 тоннанан ашыу баҡыр киткән, ә скульптураны өлөшләп фураларға һалып алып килделәр һәм майҙанда йыйғандар. Фото: "Башинформ".