Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә ике ил төбәктәренең Х форумы сиктәрендә Рәсәй һәм Беларусь халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен асты. Экспозицияла ике илдең ауыр һәм еңел сәнәғәте, фармацевтика индустрияһы, Белоруссияның химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары стендтары, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре – Башҡортостан, Коми Республикаһы, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан продукцияһы менән стендтар ҡуйылған. Валентина Матвиенко, Наталья Кочанова һәм Радий Хәбиров эре габаритлы ауыл хужалығы, юл, коммуналь һәм ҡар таҙартыу техникаһы күргәҙмәһе менән танышты. Унда КАМАЗ, МАЗа, Уралмаш, Ростсельмаш, Минск трактор заводы, Амкодор продукциялары ҡуйылған. Рәсәй һәм Белоруссия парламенттарының юғары палата башлыҡтары Башҡортостан Республикаһының һәм Беларусь Республикаһының берлектәге производствоһының “Горожанин” тәпәш иҙәнле троллейбусын ҡараны. Тиҙҙән ошондай 15 тро