27 июндә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумында “Рәсәй менән Беларустең гуманитар хеҙмәттәшлеге. Ун йыллыҡтың йомғаҡтары һәм үҫеш перспективалары” ғилми-ғәмәли конференцияһында мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында документтарға ҡул ҡуйылды. 32 килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһын РФ Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Беларусь Республикаһы Советының Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса даими комиссияһы рәйесе Ирина Старовойтова үткәрҙе. Лилиә Ғүмәрова хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәрҙән тыш, үҙҙәрендә аныҡ аҙымдар һәм проекттар булған “юл карталарына” ҡул ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. – Был технологиялар менән, фәнни-техник эшмәкәрлектә берлектәге проекттар менән алмашыу, музей һәм китапхана эше, мәҙәниәт учреждениелары өлкәһендә хеҙмәттәшлек, шулай уҡ төрлө гастроль турҙары. Кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү менән шөғөлләнгән университеттарҙың шулай уҡ берлектәге программалар, стажировкалар, студент