Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашыусы күп һанлы яугирҙәр һәм үҙҽмдҽң исҽмҽмдән барығыҙҙы ла "Ғәид әл адха" (Ҡорбан байрамы) мҽнән тәбрик итәм! Бөгөн - Ғәрәфә көнө. Был көн атабыҙ Әҙәм һәм анабыҙ Һауа осрашҡан көн булып һанала. Ошо шәриф сәғәттә миллионлаған хажи Ғәрәфә тауында ғибәҙәттә тора. Иманым камил, Рәсәй хажиҙары ла хәҙҽргҽ ваҡытта барған яуҙы туҡтатыр өсөн һәм ир-ҽгҽттәрҽбҽҙҙең имҽн-һау ҡайтыуын тҽләп доғала тораларҙыр. Амин. Ә иртәгә - Ҡорбан байрамы. Олуғ байрамды уҙғарыр өсөн мосолмандар ҡорбанлыҡ малын алдан хәстәрләп ҡуя. Бҽҙҙҽң яугирҙәребеҙ ҙә был йоланы үткәрһҽн өсөн Рәсәй баш мөфтие шәйхелислам Тәлғәт Сафа Тажҽтдин хәҙрәт ярҙам ҡулы һуҙып, ҡорбанлыҡ 15 баш һарыҡ ҽбәрҙҽ. АЛЛАҺ ризалығы һәм сауабы булһын. Амин. Бөтә донъя мосолмандарына эйәрҽп, бҽҙ ҙә һалдаттарыбыҙ мҽнән бҽрлҽктә, иң шә АЛЛАҺ, ҡорбан саласаҡбыҙ. Хөрмәтлҽ мосолман ҡәрҙәштәр! АЛЛАҺ Тәғәлә барыбыҙҙың да килтергән ҡорбанын ҡабул итһҽн. Тҽләк вә доғаларыбыҙ бойомға ашһын. Йорт-илдәр тыныс булып, көллөбөҙгә лә йән тыныслығы һәм икҽ донъя бәхҽтҽ насип әйләһҽн. Амин.