Иртәгә, 28 июндә Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “XXI быуат Славяндары” республика фестивале уҙғарыла. Фестиваль профессиональ һәм һәүәҫкәр фольклор ижади коллективтары, халыҡ кәсептәре оҫталары һәм славян кухняһы ҡатнашлығында уҙа. Сара сиктәрендә Балаҡатай, Белорет, Дыуан, Иглин, Краснокама, Өфө райондарының, Октябрьский, Күмертау һәм Белорет ҡалаларының халыҡ ансамблдәре концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ. Майҙансыҡта биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Ижади эштәрен Өфөнән тыш, республиканың ҡала һәм райондарынан алдынғы оҫталар тәҡдим итәсәк. Фестивалдең хедлайнеры – "Узорица" төркөмө. Тамашасыларҙы боронғо уйын ҡоралдарын актуаль электроника менән берләштереү, рус фольклоры нигеҙендә сағыу шоу көтә. Концерт программаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан рустары соборы.