Калуга ҡалаһының өлкә драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың Дәүләт академик рус драма театрының “Ҙур гастролдәр”е оло уңыштар менән үтте! Рәсәйҙең иң оло театрҙарының береһендә коллектив бер-береһенә оҡшамаған, әммә халыҡҡа барыһы ла берҙәй оҡшаған спектаклдәр күрһәтте. Калуга халҡы бер нисә көн буйына Ким Брейтбургтың “Голубая камея” мюзиклын, Александр Островскийҙың “Бешеные деньги” комедияһын, Ярослав Пулиновичтың “Свой путь” драмаһын, Александр Володиндың “Фабричная девчонка” лирик тарихын яратып ҡараны. Гастроль сәфәренә Дәүләт академик рус драма театрының барлығы 70 кеше, декорацияларҙы алып йөрөргә өс йөк фураһы сыҡҡан. Бындай масштаблы гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы РОСКОНЦЕРТ федераль мәҙәниәт учреждениеһы тарафынан тормошҡа ашырылған. Әлбиттә, бындай ҙурлыҡтағы саралар тамашасының әүҙемлегенән һәм театрға булған һөйөүенән тора. Шуға ла, Рус театры был йәһәттән спектаклдәре бер нисә көн рәттән тулы аншлагта үтеүе менән бәх