Башҡортостандың Милли музейында “Башҡорт художество кәсептәре: “Ағиҙел”дең ҡул менән яһалған даны” тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмә, республикабыҙҙа үҙ йүнәлешендәге берҙән-бер, ҡеүәтле “Ағиҙел” оҫтаханаһының 60 йыллыҡ юбилейына арнала. Ағастан семәрләп эшләнгән һауыт-һаба, ҡумталар, аллы-гөллө балаҫтар, милли орнамент һалынған таҫтамал, яулыҡтар, нимә генә етештерелмәй был оҫтаханала. Ҡул менән эшләнгән был әйберҙәр тәбиғи материалдарҙан бар деталдәргә лә ныҡлы иғтибар менән, башҡорт халҡының бай мәҙәниәтенә һәм эске зауығына ҙур ихтирам менән яһалған. – Беҙҙең яратҡан “Ағиҙел”де һәр кем дә белә. Республикабыҙға ситтән килгән һәр ҡунаҡ был оҫтахананан алынған бүләктәр, йәғни боронғоса эшләнгән милли орнаментлы кейем-һалым йә биҙәүес әйберҙәрен алып ҡыуана. Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең ихтыяжыбыҙҙы этник әйберҙәр менән ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Сөнки, ер йөҙөндәге бар халыҡтыҡы кеүек, беҙҙең дә халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре нәҫелебеҙгә йәшәү көсө бирә. Һеҙгә киләсәктә артабан үҫергә, күберәк оҫталарҙы берләштереп, бар халыҡ өсөн етерлек матур, этник әйберҙәр етештереүегеҙҙе теләйем! – тине “Бәхет биләмәһе” мәрхәмәтлек фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова. Ә инде Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: “Ағиҙел” предприятиеһын Рәсәйҙә генә түгел, бар ер шарында беләләр, сөнки беҙҙең оҫталар ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған традицияларҙың эталонын барлыҡҡа килтерә һәм уларҙы бар республика ҡунаҡтары үҙҙәре менән алып китә, һәр изделие – һәр оҫтаның алтын ҡулдарынан барлыҡҡа килгән", – тине. Һәм тағы ла республикабыҙҙа барған бер мәҙәни сара ла “Ағиҙел”һеҙ үтмәй, тип белдерҙе. “Ағиҙел” Башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова, оҫтахана бына инде 60 йыл буйы халыҡ ижадының традицияларын һаҡлап һәм үҫтереп килә, тип билдәләне. Һәм 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад министрлығының Рәсәй иҡтисадының сәнәғәт өлкәһендәге система барлыҡҡа килтереүсе предприятиеһы исемлегенә индерелгәндәрен ғорурлыҡ менән әйтеп үтте. Шулай итеп, үҙенә иң көслө, иң һәләтле оҫталарҙы туплаған, халҡыбыҙҙың төп йөҙө булған “Ағиҙел” предприятиеһы, бөгөн үҙенең зауыҡлы ла, һиммәтле лә күргәҙмәһен республика халҡына тәҡдим итте. Башҡортостандың Милли музейына рәхим итегеҙ, был матурлыҡты һәр кем күрергә тейеш! Фотолар һәм мәғлүмәт “Башинформ”дан.