Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы рекорд ҡуйылды!

Быйыл “Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестивале Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә үтә. Бөгөн, ҙур сараның икенсе көнөндә унда бик сағыу ваҡиға булды. Өфөлә милли кейемдәрҙә әйлән-бәйлән йөрөтөү буйынса яңы рекорд ҡуйылды. Әйлән-бәйләндең формаһы – түңәрәк эсендә түңәрәк. Рекордтың исеме – “Милли кейемдәрҙә донъялағы иң күмәк әйлән-бәйлән”. Рекордты Рәсәй Рекордтар китабына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире, философия фәндәре кандидаты Станислав Коненко теркәне, проект эксперттары унда ҡатнашыусыларҙы иғтибар менән күҙәтте. – Бөгөн бында ғәжәп хәл булды! Күптән бындай матурлыҡты күргән юҡ ине, – тине Станислав Коненко. – Түңәрәктә донъя кимәлендәге әйлән-бәйлән рекорды ҡуйылды! Һуңғараҡ билдәле булыуынса, әйлән-бәйләндә ҡатнашыусылар һаны 2834 кеше тәшкил иткән. Ватан паркында сәхнә алдындағы майҙан ҡатнашыусылар өсөн махсус рәүештә азат ителде. Рекорд ҡуйыу өсөн Башҡортостандың барлыҡ 54 районынан һәм 9 ҡалаһынан вәкилдәр килде. Шулай уҡ әйлән-бәйләнгә Беларусь төбәктәренән – Брест өлкәһенән, Витебск өлкәһенән, Гомель өлкәһенән, Минск өлкәһенән, Минск ҡалаһынан, Рәсәй төбәктәренән – Иркутск өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Саха (Яҡут) Республикаһынан ҡунаҡтар ҡушылды. 150-нән ашыу кеше Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре ине. Хореограф – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Родионов командаһы менән 20-нән ашыу түңәрәк төҙөгән. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҙур флешмоб ойошторҙо. Уның өсөн композицияларҙы башҡорт, белорус, татар, сыуаш, мордва, мари һәм удмурттарҙың халыҡ көйҙәренән йыйғандар. Рекорд Василий Андреевтың “Ай яҡтыһы” көйөнә билдәләнде. Әйлән-бәйләндә ҡатнашыусылар өсөн хәрәкәттәрҙе сәхнәнән Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле солистары күрһәтте. Әйткәндәй, был Башҡортостандың ошондай тәүге рекорды түгел. 2018 йылда Өфөлә милли кейемдәрҙә спиралле әйлән-бәйлән яһап, рекорд ҡуйҙылар. 1192 – унда шунса кеше ҡатнашҡайны. 2021 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарған ваҡытта яңы донъя рекордтары ҡуйылды – донъяның иң күп илдәрҙән (бөтәһе 57 ил) торған түңәрәктә әйлән-бәйләне һәм донъяла төрлө милләт кешеләренән (бөтәһе 71 милләт) торған түңәрәктә әйлән-бәйлән. Фото: "Башинформ".