Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барыһы менән дә ҡәнәғәт ҡалдылар

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә ике ил төбәктәренең Х форумы сиктәрендә Рәсәй һәм Беларусь халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен асты. Экспозицияла ике илдең ауыр һәм еңел сәнәғәте, фармацевтика индустрияһы, Белоруссияның химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары стендтары, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре – Башҡортостан, Коми Республикаһы, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан продукцияһы менән стендтар ҡуйылған. Валентина Матвиенко, Наталья Кочанова һәм Радий Хәбиров эре габаритлы ауыл хужалығы, юл, коммуналь һәм ҡар таҙартыу техникаһы күргәҙмәһе менән танышты. Унда КАМАЗ, МАЗа, Уралмаш, Ростсельмаш, Минск трактор заводы, Амкодор продукциялары ҡуйылған. Рәсәй һәм Белоруссия парламенттарының юғары палата башлыҡтары Башҡортостан Республикаһының һәм Беларусь Республикаһының берлектәге производствоһының “Горожанин” тәпәш иҙәнле троллейбусын ҡараны. Тиҙҙән ошондай 15 троллейбус Өфөлә маршрутҡа сығырға тейеш. Валентина Матвиенко уңайлы водитель креслоһын һәм юл хаҡын түләүҙең уңайлы системаһын үҙе баһаланы. Наталья Кочанова Рәсәй коллегаһына ике дәүләттең сәнәғәтенә инвентаризация үткәрергә, әлеге ваҡытта уңышлы эш алып барылыуын, ә Рәсәйҙә һәм Белорусияла ниндәй продукция етмәүен баһаларға тәҡдим итте. Валентина Матвиенко тәҡдимде хупланы. Улар шулай уҡ “Дуҫлыу урамы” этник мәҙәниәттәр фестивалендә рус, белорус һәм башҡорт ихаталарын ҡараны. Һуңынан Валентина Матвиенко, Наталья Кочанова һәм Радий Хәбиров алдында күргәҙмә майҙансығында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.