27 июндә Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Хәтер поезы” патриотик проектында ҡатнашыусылар менән осрашты. “Хәтер поезы”н булдырыу тәҡдиме менән Рәсәй һәм Беларусь парламенттарының юғары палаталары башлыҡтары сығыш яһаны. Быйыл проект икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Әрмәнстандан һәм Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу уҡыусыны берләштерҙе. Улар Рәсәй һәм Беларусь биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле иҫтәлекле урындарға килә. – Һеҙгә бәхет йылмайҙы, һеҙ икенсе “Хәтер поезы”нда ҡатнаштығыҙ. Беренсе проект Рәсәй һәм Беларусь уҡыусыларын үҙ эсенә алды. Ә бөгөн уларға Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстан йәштәре ҡушылды. Артабан да “Хәтер поезы”ның сиктәрен киңәйтербеҙ, тип хәл иттек, – тине Валентина Матвиенко. Федерация Советы рәйесе шулай уҡ X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре