Ҡырмыҫҡалы районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә. Сахай ауылында йәшәүселәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, 69 йәшлек Суфиян Асапов – мебель яһау оҫтаһы. Бынан тыш, ул йәмәғәт эше өсөн дә ваҡыт таба – күптән түгел бер үҙе маскировка селтәре үреү өсөн станок яһаған. Был – егеттәребеҙ өсөн ҙур ярҙам. Һөҙөмтәлә әллә күпме маскировка селтәре әҙерләнәсәк һәм улар яугирҙәребеҙҙе дошман дрондарынан һаҡларға ярҙам итәсәк. Клубта урынлашҡан станокта үреү өсөн селтәрҙәр килтерелгән дә инде: уларҙы Олокүл ауылынан “Беҙҙең илһөйәр” ирекмәндәр штабы хәйриә аҡсаһы иҫәбенә килтергән. Шулай итеп, ауылда яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам итеүҙең яңы төрө барлыҡҡа килгән. Уға һәр кем ҡушыла ала. Сығанаҡ, фото: vk.com/karmadm