30 июндә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам көнө үткәрелә. Республикала 56 үҙәк, шул иҫәптән һигеҙе Өфөлә эшләйәсәк. Акцияға Юристар ассоциацияһы ағзалары, Башҡортостан Прокуратураһы вәкилдәре, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Нотариаль палата, республиканың Дәүләт юридик бюроһы вәкилдәре, юристар һәм адвокаттар ҡушыла. Уларға барлыҡ хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. - Был – төбәгебеҙ өсөн йолаға әүерелгән һәм кешеләр тарафынан көтөп алынған акция. Ул квартал һайын үткәрелә, ә уның көнүҙәк икәнлеген граждандарҙың күпләп пункттарға һәм бушлай юридик ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүе раҫлай. Һәр тапҡыр һандарҙың артыуы һөйөндөрә, тимәк, эшебеҙ ҙур һорау менән файҙалана һәм беҙгә ышаналар, - тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы Дәүләт төҙөлөш һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина. Шуныһы үҙенсәлекле: граждандарҙы ҡабул иткәндә кәңәштәр генә бирелмәй, процессуаль документтарҙы төҙөүҙә һәм әҙерләүҙә лә ярҙам күрһәтелә. 30 июндә Бушлай юридик ярҙам үҙәктәре эше графигы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://alrf-rb.ru/tpost/90a8aivgg1-30-iyunya-zhiteli-respubliki-mogut-poluc Сығанаҡ, фото: alrf-rb.ru