Билдәле аш-һыу оҫтаһы Гөлгенә Байегетова еләк ҡайнатмаһы рецебы менән уртаҡлашты. Яңы ысул менән ҡайнатҡан ҡайнатманың үҙенсәлеге шунда – күбеге барлыҡҡа килмәһен өсөн һары май ҡушыла. “Ысынлап та күбеге барлыҡҡа килмәне, бик матур булып әҙерләнде, – ти хужабикә, – Еләктәрҙе йыуып һыуынан һарҡытып ҡуйып торғандан һуң өҫтөнә самалап шәкәр ҡомо һалдым. Бер төнгә һалҡынға тышҡа сығарып торҙом. 1 кг еләккә 1.200 шәкәр ҡомо алына. Минең 2 кг еләк булғас, 2.400 шәкәр ҡомо алдым. Еләктәрҙе талғын утта ҡайнатырға ҡуйҙым, шул арала бер аш ҡалағы май һалдым, еләктәр ҡайнап сыҡҡас 10 минут самаһы ваҡыт эсендә ағас ҡалаҡ менән болғап ҡайнатып алдым. Һыуынған ҡайнатманы стериль банкаларға һалырға мөмкин. Әммә мин, ғәҙәттәгесә, таҙа итеп йыуылған банкаларға һалам һәм капрон ҡапҡастар ғына ябам. Яҡшы һаҡланһын һәм ризыҡҡа яҙһын барыбыҙға ла!” Сығанаҡ: https://vk.com/gulgenamusina
“Ысынлап та күбеге барлыҡҡа килмәне, бик матур булып әҙерләнде"
27 июня 202327 июн 2023
~1 мин