Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы һәм Беларусь Республикаһы Гроднен өлкәһенең Волковыск районы башҡарма комитеты бөгөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре Х форумы сиктәрендә партнерлыҡ килешеүе төҙөргә әҙерләнә. Ошоға бәйле тура эфирҙа брифинг үтте. Унда ике райондың хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, туризм, эшҡыуарлыҡ, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Бындай бурыс хәҙерге халыҡ-ара хәлдә һәм илдең тышҡы сәйәси өҫтөнлөктәре күҙлегенән сығып үтә мөһим. Волковыск районы башҡарма комитеты рәйесе Михаил Ситько Бөрө тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, бигерәк тә уға тәбиғәттең матурлығы, ҡала халҡының ҡунаҡсыллығы, халыҡтың киң күңелле булыуы оҡшаған. Антон Талалов брифингта бик күп мөһим һорауҙар яңғыраны тип билдәләне. Улар райондар араһында ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә ҡағылды. “Хөрмәтле Бөрөлөләр, һеҙҙең ҡалаға килеүемә бик шатмын. Мин һеҙҙең тәбиғәтегеҙ, матурлығығыҙ менән таң ҡалдым. Тәү сиратта, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек теләйем, һәм бөгөн барлыҡҡа килгән дуҫлығыбыҙ ҡаҡшамаҫ булһын. Уңыштар һәм именлек!”, – тип билдәләне Михаил Ситько. “Ике ҡала араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яңы кимәлгә сығыуы өсөн шатмын. Төрлө өлкәләрҙә уртаҡ нөктәләрҙе таба башланыҡ. Һаулыҡ, уңыштар, Тыуған илгә ысын һөйөү теләйем”, – тине Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов. Шулай уҡ Михаил Михайлович ҡаланың белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында: Бөрө коррекцион мәктәп-интернатында, Бөрө тарихи музейында һәм Соколок паркында булды. Фото: "Республика Башкортостан".