2021 йылдан башлап йыл һайын июль башында Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Покровка ауылында Геннадий Семенович Казанин исемендәге покровка фестивале үтә. Был тантаналы сара ошо ауылда тыуған күренекле яҡташыбыҙ иҫтәлегенә үткәрелә. Атҡаҙанған геолог һәм геофизик, Антарктикалағы шельфта геофизик тикшеренеүҙәр үткәргән беренсе совет диңгеҙ экспедицияһы етәксеһе Геннадий Семенович 1948 йылдың 2 июлендә Федоровка районының Покровка ауылында тыуған. Ул үҙенең бәләкәй ватанын бик ныҡ ярата һәм ғүмер буйына уны үҫтереүгә әүҙем ярҙам итә. Уның эшен улдары Алексей Геннадьевич Казанин дауам итә. Уның ярҙамы менән «Атайсал» проекты сиктәрендә Федоровка районы Покровка ауылында 15 миллион һумға тирмән бинаһын сиркәү итеп реконструкциялау буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла. 2021 йылдың март аҙағында Салауат һәм Күмертау епискобы фатихаһы менән элекке тирмәндең ярым емерелгән бинаһында эштәр башлана, ул реконструкциянан һуң Салауат епархияһының яңы ғибәҙәтханаһына әйләнә. Төҙөлөш эшт