Өфөлә өс көнлөк “Евразия йөрәге” музыкаль фестивале башланды. Сара Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә үтә. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни программалар һәм гастролдәр эшмәкәрлеге дирекцияһы етәксеһе Антон Мазетов билдәләүенсә, ойоштороусылар йыл һайын Өфө тамашасыларына тәьҫир итер өсөн яңы һәм ҡыҙыҡлы яңылыҡтар уйлап табырға тырыша. – Сәхнә комплексын һәм фестиваль көндәрен төрлөләндерергә тырышабыҙ. Был юлы беҙҙә яңы формат – кино музыкаһы. Беҙ тамашасыларға Башҡорт дәүләт филармонияһының ике оркестры: эстрада-джаз һәм тынлы оркестр башҡарыуында совет кинематографының классикаһын күрһәтергә теләнек. Махсус ҡунаҡтарыбыҙ беҙгә ярҙам итте Һәм бөгөн Дмитрий Харатьян менән Лариса Долина совет киноһы һәм йәнһүрәттәре йырҙарын башҡарасаҡ. Бынан тыш, бындай музыка үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм патриотизм йәһәтенән бик яҡшы. Антон Мазетов, тамашасыларҙы 200 киловатт тауыш һәм 200-ҙән ашыу яҡтылыҡ приборы көтә, тип өҫтәне. Быйыл сәхнәнең биҙәлеше үҙгәргән һәм ҡәлғәне хәтерләтә. “Евразия йөрәге” логотибы менән күләмле фигуралар барлыҡҡа килә. Дмитрий Харатьян һәм Лариса Долина беренсе көн опен-эйрҙың хедлайнерҙары булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X юбилей форумы Өфөлә 2023 йылдың 26 июнендә эшләй башланы. Был йыллыҡ сара 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы патронаты аҫтында үткәрелә.