Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында “Торатау” конгресс-холы майҙансығында Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палаталары ике илдең эшлекле даирәләре хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре темаһын тикшерҙе. Ике ойошма вәкилдәренең мөһим осрашыуы ошо көндәрҙә Өфөлә барған X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин мөрәжәғәт итте. – Бөгөн беҙ иҡтисадты, ғаилә бизнесын үҫтереүгә ҡағылышлы бер нисә мәсьәләне тикшерергә теләр инек, – тине ведомство етәксеһе. – Минеңсә, былтыр үҙ-ара тауар әйләнеше ҡарашынан яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Быйыл беренсе кварталда тағы ла йылдамыраҡ булған үҫеш ҡыуандыра. Сергей Катырин Форумды Башҡортостанда уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне, сөнки дәүләттәрҙең төп тормошо нәҡ төбәктәрҙә тупланған. Белоруссия сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Михаил Мятликов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сә
Ике илдең сауҙа-сәнәғәт палаталары артабан нисек эшләр?
27 июня 202327 июн 2023
3 мин