Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге “Экспорт проектының тормош циклы” программаһы сиктәрендә республика эшҡыуарҙарын 3 июлдә “Башҡортостан” ҡунаҡханаһының “Янғантау” конференциялар залында (Ленин урамы, 25/29) 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем үтәсәк “Экспорт эшмәкәрлегендә һалымдар” семинарына саҡыра. – Был серияның йомғаҡлау семинарынан ҡатнашыусылар тышҡы сауҙа килешеүенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың яңы ысулдары, бизнес-моделде иҫәпкә алып, һалым һалыу системаһын һәм һалым режимын һайлау, экспорт проектының ниндәй этаптары иң ҙур һалым хәүефенә дусар булыуы, экспортерға НДС-тың ташламалы ставкаһын алыу өсөн ниндәй документтар әҙерләргә һәм һалым тикшереүен үтергә, һалым органдары менән нисек эш итергә кәрәклеге хаҡында беләсәк, – тип аңлатты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Семинарҙа бушлай ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ: vk.cc/coUmrk. Семинар программаһында ҡараласаҡ: һайланған һалым системаһ