“Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты ярҙамында Тәтешле районының Бәҙрәш ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тура эфирҙа “Тальян серҙәре” тип аталған күңел асыу программаһын ойошторҙо. Сараны халыҡты музыкаль инструмент менән таныштырыу маҡсатында үткәрҙеләр. Уны ауыл мәҙәниәт йортонда етәксе Фирҙүс Хәзетдинов ойошторҙо. Уның әйтеүенсә, тальян гармун – XIX быуатта Рәсәйҙең төньяғында һәм Волга буйында айырыуса популяр булған бер рәтле ҡул гармуны. Уң клавиатураһында ғәҙәттә 12 - 15 оҙон клавиша бар, улар бейеклеге буйынса бер төрлө ноталар сығара, һул яғында – өс-алты төймә, улар баҫҡанда ҡыңғырау сыңына оҡшаған тауыш сығара. Татар ауылдарында тальян гармунға бейеүгә төшкәндәр, ә урыҫтарҙа таҡмаҡ әйткәндәр. Артабан алып барыусы музыка ҡоралының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы. Фирдус Миңлехан улы яҡташтарын, оҫта тальянсыларҙы – Леонид Шәйҙуллинды, Ғәлимйән менән Хәлимйән Балағүтдиновтарҙы, Мәрхәбә Әхмәтованы һәм район байрамдарын, конкурстарын биҙәгән башҡа бик күп кешеләрҙе һанап үтте. “Сарала һәр кем үҙе өсөн асыш яһаны, ыңғай хис-тойғолар алды. Тальян серҙәре үҙенсәлекле халыҡ уйын ҡоралында уйнарға өйрәнергә теләгән һәр кем өсөн асылғандыр тип ышанабыҙ”, – тине Үрге Тәтешле ауылында йәшәүсе, мультиинструменталист, виртуоз музыкант Айнур Ҡыямов. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Тәтешле районы хакимиәте.