Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, республика дауаханаларына йыл башынан 418 ҡорамал алынды. Уларҙың 41-е “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” , 27-һе “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһы буйынса дауаханаларға урынлаштырылды. Мәҫәлән, Красноусол үҙәк район дауаханаһы эндоскопик визуализация системаһы менән тулыландырылды.Заманса видеокомплекс аныҡ һәм ентекле һүрәттәр алырға ярҙам итеүсе алдынғы технологик мөмкинлектәргә эйә. –Видеокамера юғары сифатлы һүрәттәр бирергә һәләтле.Был туҡыма структураһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә күрергә һәм шештәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә, – ти Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. CV- 170 системаһының уйланылған дизайны процедура ваҡытында уны файҙаланыуҙы еңеләйтә.Системаны эндоскоп һәм аксессуарҙарҙың төрлө типтары менән яраштырырға мөмкин. Ул һығылмалы һәм төрлө клиник хәлдәргә ярашыусанлығы менән отошло. Яңы ҡорамал ярҙамында ашҡаҙан-эсәк юлының өҫкө һәм түбәнге бүлектәрен тикшерергә, шулай уҡ тын алыу юлдары сирҙәрен асыҡларға мөмкин. Ҡорамалда ҡан тамырҙары, ҙур булмаған шештәр асыҡ күренә. Өҫтәүенә тикшереү барышын видеоға һәм фотоға төшөрөргә мөмкин. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала медицина ярҙамын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.