Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишембайҙар йәштәр көнөн билдәләне

Ошо көндәрҙә Ишембайҙа Йәштәр көнөн билдәләнеләр, уны “Ишембайҙың изге йөрәктәре” хәрәкәте ирекмәндәре ҡатнашлығында Йәштәр эштәре буйынса комитет ойошторҙо. Сара "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙҙы. Уның маҡсаты - йәштәрҙең ижади потенциалын үҫтереү, йәмәғәтселек иғтибарын уның мәнфәғәттәренә һәм проблемаларына йәлеп итеү. “Нефтсе” стадионында үткән “Вәғәҙәләр йүгереүе”, тере музыка, бейеү номерҙары, оҫталыҡ дәрестәре, тематик күргәҙмәләр һәм ҡыҙыҡлы фотозоналар менән ижади майҙансыҡтар, һәм, әлбиттә, дәртле кисә – быларҙың барыһы ла ҡатнашыусыларға сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Йәштәрҙе байрам менән Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Нелли Коледова ҡотланы. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук менән Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның лайыҡлы наградаларын йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре алды. Улар дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары, йолаларҙы һаҡлау буйынса эшкә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото:Ишембай районы хакимиәте.