Рәсәй Хеҙмәт министрлығы эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн пенсияларҙы 2025-2026 йылдарҙа йылына ике тапҡыр индексацияларға тәҡдим итте. 2024 йылдың 1 ғинуарынан пенсияны 5,3 процентҡа күтәрергә уйлайҙар, һөҙөмтәлә страховкаланған пенсияның уртаса йыллыҡ күләме 22 772 һум тәшкил итәсәк. Ә 2025 йылдың 1 февраленән – 4 процентҡа һәм 1 апрелдән тағы 3,8 процентҡа индексацияларға уйлайҙар. Һөҙөмтәлә пенсияның уртаса күләме 24 120 һумға тиклем үҫәсәк. 2026 йылдың 1 февраленән пенсияны 4 процентҡа күтәреп, 1 апрелдән йәнә 2,8 процентҡа арттырмаҡсылар. Түләүҙәр күләме 25 690 һумға барып етәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы шулай уҡ страховкаланған пенсияға аныҡ билдәләнгән түләүҙәрҙе (фиксированная выплата) арттырыу яғында. 2024 йылдың 1 ғинуарынан ул –7968,4 һум, 2024 йылдың 1 февраленән – 8287,14 һум, ошо уҡ йылдың 1 апреленән 8602,05 һум тәшкил итәсәк. 2025 йылдың 1 февраленән аныҡ билдәләнгән түләүҙәр – 8946,13 һумға, ә 1 апрелдән 9196,62 һумға етеүе күҙаллана. Фото: ptoday.ru