Ишембай ҡалаһынан аш-һыу оҫтаһы Роза Йәнбирҙинаның шәп рецебын тәҡдим итәбеҙ. Был салатты ғаиләһе лә яратып ашай, һеҙгә лә кәңәш итә. -“Тунец менән салат” тип атала ул. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла , әммә калорияһы бик аҙ кимәлдә булыуы менән үҙенсәлекле салат. Киске ашҡа ла бынамын тигән ризыҡ. Беҙгә ни бары кәбеҫтә, консерваланған тунец балығы, 4 йомортҡа, бер бәләкәй һауыт консерваланған кукуруз, 2 ҡалаҡ грек йогурты кәрәк була. Һәр береһен ваҡ ҡына турап ҡушабыҙ ҙа, аҡһымға бай салат ашайбыҙ, -ти Роза. Эшләргә лә бер ҡатмарлылығы юҡ. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ошо салатты эшләп яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ әле. Роза Йәнбирҙина фотоһы һәм видеоһы.