Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумы сиктәрендә “Евразия йөрәге” фестивале старт алды. Алып барыусылар булып Рушана Бабич һәм Дмитрий Харатьян сығыш яһай. Опен-эйр “Шатлыҡ” ансамбленең хореографик постановкаһынан һәм “Splash” барабан шоуынан башланды. Һуңынан сәхнәгә Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры артистары сыҡты. Был ике дуҫ илдең мәҙәниәтен берләштергән етенсе фестиваль. Йола буйынса өс көн дауамында “Евразия йөрәге” конгресс-холы амфитеатрында Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары төрлө музыка йүнәлештәре менән таныша аласаҡ. Фестивалдең беренсе көнө Совет һәм Рәсәй киноһы музыкаһы билдәһе аҫтында үтә. Башҡортостандан «Премьер», «Фэста», «Эхо Уфы» командалары, шулай уҡ опера һәм филармония солистары сығыш яһай. Программа төрлө музыкаль өҫтөнлөктәргә иҫәпләнгән. Мәҫәлән, «Республика» кавер-төркөмө Өфө балалары менән бергә совет йәнһүрәттәрендәге иң билдәле йырҙарҙы йырлай. Кисәнең хедлайнерҙары Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян. Ул