Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында ҡабул итеү кампанияһының иң ҡыҙыу мәле. Уҡыу йорто абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә ентекле әҙерләнгән: һәр факультеттан яуаплылар билдәләнгән. Уҡыу йортоноң хоҡуҡ һәм иҡтисад факультетының беренсе ҡатындағы фойеһында ата-әсәләрҙе һәм абитуриенттарҙы ҡабул итеү өсөн ял итеү урындары эшләнгән. Ошонда уҡ бюджет урындары, имтихандар, төрлө йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт таҡтаһы урынлашҡан. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Юнир Миҙәхәт улы Мәхмүтов белдереүенсә, әлегә ваҡыта 50-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Документ тапшырырға теләүселәрҙең географияһы бик киң. Улар араһында көньяҡ-көнсығыш райондары, Себер тарафтары һәм Ҡаҙағстан Республикаһынан йәштәр бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, балалары өсөн ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә, дөйөм бюджет һанының 10% яугирҙәрҙең балалары өсөн ҡаралған. Бөгөн Сибай институтына атаһы махсус хәрби операция биләмәһендә булған абитуриент мөрәжәғәт иткән. Айгина Х - Сибай ҡалаһынан, күп тармаҡлы һөнәри колледждың декоратив-сәнғәт бүлеген тамамлаған, Сибай институтында ул технологя факультетының ошо уҡ йүнәлешенә уҡырға теләк белдереп ғариза ҡалдырған. Айгинаның атаһы күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтып киткән. Ул ҡыҙына артабан дауам итергә кәңәш иткән. Шуға күрә Айгина атаһының кәңәше буйынса юғары белем алырға теләк белдергән. Әйткәндәй, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының ишектәре теләгән һәр кем өсөн асыҡ! Фото: Рәүилә Хәсәнова.