Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шамраттар берҙәмлек күрһәтә

Ҡариҙел районының Шамрат ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәренең кәрәклеген ишетеү менән эшкә тотонған. –Селтәрҙәрҙе үҙебеҙҙең дә эшләй алыуыбыҙҙы Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе Гөлнур Бәҙәмшина әйтте. Баҡһаң, улар фронт өсөн селтәрҙәр үреүҙе күптән инде үҙләштергән. Гөлнур видеобәйләнеш аша уны әҙерәләү серҙәрен өйрәтте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уға ҙур рәхмәтемде белдерәм,– ти Шамрат ауылында йәшәгән Раушания Сафина. Сулпан Арыҫланова ауылдаштар чатына селтәр үреү идеяһы менән сығып, аҡса йыйыу кәрәклеген белдергән. Шамраттар берҙәмлеген был юлы ла күрһәтеп, тиҙ арала 45 350 һум аҡса туплағандар. –Шул арала Бөрө ҡалаһындағы хәрбиҙәргә ярҙам итеү штабына барып, маскировка селтәре үрергә өйрәнеп ҡайттым.Йыйылған аҡсаға махсус комплекттар һатып алдыҡ һәм ун селтәр үрҙек. Был эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр ауылдашыма, махсус станоктар эшләгән Сәғит Хәйҙәршин һәм Айҙар Әхмәтсафинға, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, уңған ир-аттарыбыҙға ҙур рәхмәт!– ти Раушания Сафина. Яугирҙәрҙе һаҡлаусы маскировкалау селтәрҙәре Ҡариҙелдәге гуманитар ярҙам йыйыу пунктына илтелгән, тиҙ арала улар хәрбиҙәргә барып етәсәк, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. Лилиә Бәҙретдинова фотолары.