Ейәнсура районында, Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең (Ҡурған, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре) талантлы балалары өсөн Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профиль смена эшләй башланы. Балалар-һауыҡтырыу лагеры Сөләймән ауылында (халыҡ телендә – Алабайтал) урынлашҡан. – Йәйгеһен балаларҙың ялын файҙалы, хәүефһеҙ һәм йөкмәткеле итеп ойоштороу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостан мәғариф һәм министры Айбулат Хажин. – Ысынлап та, ошо осор ҡыҙ һәм малайҙарға донъяны танып белеү, этник нормаларҙы һәм ҡиммәттәрҙе үҙләштереү, уларҙы мәҙәниәткә ылыҡтырыу йәһәтенән ныҡ отошло. Айбулат Хажин әйтеүенсә, профиль сменаһында ял иткән ваҡыт һәр баланың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, бындағы балаларҙың һәр береһе ниндәй ҙә олимпиада еңеүселәре, Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан конкурстарында алдынғылыҡты бирмәгән. Малай һәм ҡыҙҙар өсөн бай программа төҙөлгән. "Алпамыша уйыны" спорт бәйгеһе, "Һинең исемең нисек яңғырай" тәрбиә сәғәте, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү ярышы, "Ҡош юлы" фестивале һәм башҡа саралар шуға асыҡ миҫал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү лагеры 20 йылдан ашыу эшләй. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.