Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Өйөм бола, ашарға бер нәмә лә юҡ ине"

Яҡташыбыҙ, Әлшәй ҡыҙы Ләйcән Үтәшeвa менән Павел Воля үҙҙәренең мөхәббәт тарихын бәйән иткән. Әле 44 йәшлек «Comеdy Club» актеры Пaвeл 37 йәшлек ҡатыны, билдәле гимнаст Ләйсән менән танышыуын былай тип һөйләй: "Мин уның башҡаларға оҡшамағанын аңланым. Ул минең өйҙәге боланы, ашарға бер нәмә лә булмағанын күрҙе. Моғайын, "ой, был егет ҡайһылай ғына йәшәй, уға ярҙам итергә кәрәк" тип уйлағандыр. Һәм ярҙам итте лә. "Оһо!" - тип уйлап ҡуйҙым. Башҡорт ҡыҙҙары иң беренсе йортто ипкә килтереп, йыйыштырып ала, ашарға бешерә шул. Улар хужалыҡсан, бөхтәлек, тәртип ярата. Ләйсән, үҙ сиратында, Πашаның йөрәген иғтибарлы һәм хәстәрлекле булыуы менән яулауын әйткән. Әйткәндәй, иртәгә яҡташыбыҙҙың тыуған көнө, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Фото: ok.ru